Инйәр
+15 °С
Облачно
Новости
8 Февраля 2021, 12:24

Икмәк эсендә... алтын балдаҡ

Дәүләкәндә йәшәгән бер кеше урындағы магазинда икмәк һатып ала һәм уны Өфө янында йәшәгән дуҫына күстәнәс итеп биреп ебәрә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Киске аш мәлендә икмәкте телгән ир уның эсенән... алтын балдаҡ табып ала. 583-сө пробалы яҫы ғына йөҙөк булып сыға ул.
Ир табышты хужаһына кире ҡайтарырға хәл итә. Әлеге кибеткә икмәктең ҡайҙан килтерелеүен белешеп, йөҙөктөң хужаһын, дөрөҫөрәге – хужабикәһен табалар. Ул райондағы икмәк бешереү цехтарының береһендә эшләгән ханым булып сыға. Баҡтиһәң, эшкә килгәс, алтын балдағы сисеп һала һәм эш барышында йөҙөк икмәк өсөн әҙерләнгән ҡамыр эсенә төшә.
Өфө районы кешеһе “сәйәхәтсе-йөҙөктө” хужабикәһенә кире ҡайтара. Юғалтыуҙы эш һуңында ғына белеп ҡалған биҙәүес хужабикәһе балдағын кире табырға өмөт тә итмәгән була.
Сығанаҡ: “Асылыкүл” гәзите.
Читайте нас