Инйәр
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Февраль 2021, 17:31

Башҡортостанда йүкә урмандарын тергеҙәсәктәр

Был хаҡта Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы белдерә

Умартасылыҡтар эргәһендә йүкә ағастары ултыртыласаҡ, булған ағастарҙы киҫеү тыйыласаҡ.
Йүкә ағастары һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә тәүге урында килә. Йәмғеһе илдә 2,6 миллион гектар йүкә урманы һаналһа, шуның яртыһы тиерлек Башҡортостанда үҫә. Йүкә балы иһә иң шифалыһы, яҡшыһы булып һанала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа йүкә ағастарын күпләп киҫәләр. Айырыуса Иглин һәм Нуриман райондары халҡы ағас эшкәртеү предприятиеларының сеймал өсөн йүкәне киҫеүенә зарлана.
- Ошо мөрәжәғәттәрҙе иҫәпкә алып, бөгөн йүкәне эшкәртеү күләмен кәметтерҙек. Тәү сиратта эшкәртеүгә ҡартайған йә ауырыған йүкә генә алына. Башҡортостандың урман хужалығы менән берлектә умарталыҡ биләмәләрен аныҡланыҡ. Улар эргәһендә йүкә ағасын киҫеү ҡырҡа тыйыла, - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Тиҙҙән республикала йүкә питомнигы булдырыласаҡ. Бында йылына бер миллион самаһы йүкә ағасы үҫтерергә иҫәп тоталар.
Әлегә иһә урмансылар йүкә ағасы орлоҡтары әҙерләй. Мәҫәлән, Бишбүләк районында был эш яйға һалынған.
Рифҡәт ЯМАЕВ, Дим участок урмансылығы урмансыһы:
- Ағас аҫтына ҙур йәймә йәйеп һалабыҙ ҙа, менеп, уны һелкетәбеҙ. Шундай боронғо ысул менән йүкәләрҙән орлоҡ йыябыҙ. Ҡышын орлоҡтар өлгөрә, һуңынан һәйбәт шытым бирә. Быйыл һигеҙ килорамм йүкә орлоғо йыйырырға тейешбеҙ. Йыйылған йүкә орлоҡтарын беҙ Бәләбәй урмансылығына тапшырабыҙ. Уларҙы унда сорттарға айыралар, киптерәләр hәм Өфөгә анализға оҙаталар. Шунан һуң ғына йүкә орлоғо питомниктарҙа ултыртыласаҡ, уларҙан үҫентеләр барлыҡҡа киләсәк.
Фото "Светлый путь" гәзите редакцияһынан алынды.
Автор: Лилия Нуретдинова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/ekologiya/Bash-ortostanda-y-k-urmandarin-terge-s-kt-r-666739/
Читайте нас: