Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2021, 11:47

Әгәр ошо ике егет булмаһа...

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса бүлексәһендә эшләгән полицияның өлкән лейтенанты Руслан Сәйфуллин менән полицияның өлкән сержанты Альберт Вәхитов янғын ваҡытында күп фатирлы йорттан кешеләрҙе ҡотҡарғаны өсөн лайыҡлы наградаларын аласаҡ.

Төндә полиция хеҙмәткәрҙәре Салауат ҡалаһының Октябрь урамында биш ҡатлы коммуналь йорттағы йәмәғәт тәртибен боҙоу тураһындағы мәғлүмәтте тикшерергә бара. Ваҡиға урынына килгәс, полицияның участка оперуполномоченныйы Руслан Сәйфуллин бер фатирҙың ишек аҫтынан төтөн сыҡҡанын күрә. Граждандарҙы ҡотҡарыу өсөн хеҙмәткәрҙәргә ишекте емереп асырға тура килә.
Был мәлдә бөтә фатирҙы төтөн ялмап алған була, шуға ла Руслан Сәйфуллин ундағы кешеләргә барып етеү өсөн иҙәндән шыуышып бара. Ҡысҡырған тауыштар иң төпкө бүлмәлә ишетелә. Руслан Сәйфуллин унда ике ҡатынды таба. Берәүһен ишеккә тиклем алып килеп, хеҙмәттәшенә тапшыра ла, үҙе яңынан фатирға инеп китә. Был мәлдә икенсе ҡатын иҫен юғалтҡан була. Полиция хеҙмәткәре уны янған йорттан күтәреп сығара.
Бынан һуң улар янғын тураһында дежур частка хәбәр итә һәм үҙҙәре йортта йәшәгән башҡа кешеләргә ярҙамға ташлана. Полиция хеҙмәткәрҙәре күрше фатирҙан тағы ла биш кешене эвакуациялай, шул иҫәптән ярҙамға килгән “тиҙ ярҙам” фельдшерын да.
Был ваҡытҡа янғын һүндереүселәр килеп етә. Утты һүндергәндән һуң дөйөм аш бүлмәһендә ирҙең үле кәүҙәһе табыла, ул янғын сыҡҡан фатирҙа йәшәгән. Алдағы мәғлүмәттәр буйынса, һүндерелмәгән тәмәке янғын сығыуға сәбәпсе булған.
Егеттәрҙең батырлығы тураһында бөгөн социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та яҙып сыҡты. Ул егеттәрҙең батырлығын билдәләне һәм уларҙы наградаға тәҡдим итәсәктәре тураһында белдерҙе.
Фото: БР буйынса Эске эштәр министрлығынан.
Читайте нас: