Инйәр
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2021, 11:56

Батареялар эҫе, йортта һалҡынса...

Ни өсөн йыш ҡына йорт һалҡын була?

Был айырыуса кирбестән йәки бетон блоктарҙан төҙөлгән шәхси йорттарға хас проблема. Бындай йорттарҙа батареялар биргән йылының байтаҡ өлөшөн таш стена “йота”. Ауыр материалдар ҡулланып һалынған стенаны йылытыу өсөн күп кәрәк. Шуға күрә көҙ һалҡыны башланғас һәм шул сәбәпле газ йәки электр йылыһын тоҡандырғас та, өй бер-ике көн һалҡынса тороуын дауам итә, стеналар йылынғас ҡына бүлмәләрҙә лә температура күтәрелеүгә табан китә.
Һөҙөмтәлә һуңғы йылдарҙа йорт стеналарын йылытҡыс материалдар менән көпләү йыш күҙәтелә башланы. Уларҙы эс яҡтан ҡуйырға кәңәш ителмәй – стена боҙола башлаясаҡ: “ысыҡ нөктәһе” тип аталған урын, йәғни өй йылыһы менән тышҡы һалҡын һауа осрашҡан урын эскә табан күсә. Шуға ла йортто тыштан ҡаплауҙарын (“таш мамыҡ” һәм башҡа материалдар менән) бөтәгеҙ гә күргәнегеҙ барҙыр.
Әммә был ҙур ғына сығымдар талап итә, сөнки материал һатып алыу, оҫталар яллау ғына етмәй, йорттоң тышҡы йөҙөн дә күркәм итергә кәрәк бит. Шуға күрә, ундай эшкә ҡасан аҡса туплағансы, батареялар артына йылыны сағылдырыусы материал ҡуйыу ҙа байтаҡ йылыны һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк. Батарея менән стена араһына ҡуйырға мөмкин булған материалдар күп төрлө хәҙер һәм уларҙы төҙөлөш әйберҙәре һатылған һәр магазинда тиерлек алырға була. Иң ҡулайлыһы тип ҡурғашлы (фольга) туҡыманы атайҙар. Был эш, ҡарамаҡҡа ябай ғына күренһә лә, анһат ҡына башҡарылмай, сөнки материалды ла яҡшылап нығытырға, батареяны ла урынынан ҡуҙғатмаҫҡа кәрәк.
Фото: yandex.ru.
Читайте нас: