“Каруанһарай” һәм “Башҡортостан” сауҙа үҙәктәренә килгән кешеләр Милли архив фондтарында һаҡланған тыуған яғыбыҙҙың демографияһы тураһындағы мәғлүмәттәр, шулай уҡ 1917 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙың ихаталар картаһы менән сенсор өҫтәле аша таныша алды.
12 ғинуарҙан алып күсмә күргәҙмә “МЕГА” сауҙа-күңел асыу үҙәгендә эшләй башланы. Бик мөһим кампания – Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу етеп килеүен күҙ уңында тотоп, республиканың Милли архивы күргәҙмә урынында үҙ хеҙмәткәрҙәренән торған дежурлыҡ ойошторған. Улар һәр теләгән кешегә консультация бирә, шулай уҡ шәжәрә төҙөү методикаһын аңлата ала.
Архив хеҙмәткәрҙәре “МЕГА” сауҙа үҙәгенә килгән кешеләрҙе күргәҙмә менән танышырға саҡыра. Ул беренсе ҡатта “Снежная королева” бутигы ҡаршыһында урынлашҡан һәм 26 ғинуарға тиклем эшләйәсәк.
Фото: Архив эштәре буйынса идаралыҡ.