Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2021, 12:16

2021 ЙЫЛДА БЕРҘӘМ ҺӘМ ТӨП ДӘҮЛӘТ ИМТИХАНДАРЫ НИСЕК УҘҒАРЫЛА?

Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарына инергә йыйынған уҡыусылар өсөн берҙәм дәүләт имтиханының төп этабы 31 майҙан 2 июлгә тиклем, берҙәм дәүләт имтиханының өҫтәмә осоро 12-17 июлдә үткәрелә. Был турала Мәғариф министрлығы башлығы Сергей Кравцов белдерҙе.

  • 2021 йылда ағымдағы эпидемик хәлгә бәйле 11-се кластар һәм берҙәм дәүләт имтиханының башҡа ҡатнашыусылары, шулай уҡ 9-сы кластар өсөн дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын ваҡытынан алда уҙғарыу осоро булмай.
  • Юғары уҡыу йортона инергә йыйынмаған сығарылыш класы уҡыусыларына берҙәм дәүләт имтиханы урынына рус теленән һәм математиканан дәүләт сығарылыш имтиханын тапшырырға кәрәк.
  • Киләһе йылда база кимәлендәге математика буйынса берҙәм дәүләт имтиханы булмай.
  • 11-се кластар өсөн берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашырға мөмкинлек биргән йомғаҡлау иншаһы һәм изложение апрель уртаһында үткәрелә.
  • 9-сы кластарға төп дөйөм белем тураһында аттестат ике мотлаҡ фән – рус теле һәм математика буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һөҙөмтәләре нигеҙендә бирелә. 2021 йылда 9-сы класты тамамлаусылар төп дәүләт имтиханында һайлау буйынса уҡыу предметтарынтапшырмай.Рус теленән һәм математиканан дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы 2021 йылдың 24-28 майында була.
  • Имтихандар, быйылғы кеүек үк, коронавирусты иҫкәртеү саралары менән уҙғарыла.
  • фото һәм материал: https://www.bashinform.ru
    Читайте нас: