Инйәр
+22 °С
Облачно
Новости
23 Декабря 2020, 08:23
Район прокуратураһында “ҡыҙыу бәйләнеш”
2020 йылдың 23 декабрендә Архангел районы прокуратураһында сәғәт көндөҙгө 13.00-тә
2020 йылдың 23 декабрендә Архангел районы прокуратураһында сәғәт көндөҙгө 13.00-тә янғын хәүефһеҙлеге һәм махсуслаштырылған социаль учреждениеларҙа тәүлек әйләнәһендә кешеләрҙе социаль хеҙмәтләндереү, шулай уҡ өлкән йәштәгеләрҙе социаль яҡлау буйынса федераль ҡануниәт талаптарының үтәлешенә бәйле “ҡыҙыу бәйләнеш” ойошторола.
2-12-99 телефон номеры аша Архангел районы прокуроры Ротков Алексей Валерьевичҡа, 2-18-71 — район прокуроры урынбаҫары Аллағузин Илдус Рәүеф улына, 2-11-51 — прокурор ярҙамсыһы Абзалтдинова Рима Ришат ҡыҙына һәм 2-15-49 номеры буйынса ҡабул итеү бүлмәһенә шылтыратып, ҡануниәтте боҙоу тураһында хәбәр итеү һәм кәрәкле мәғлүмәттәр алыу мөмкинлеге бар.
Бынан тыш, үрҙә күрһәтелгән телефон номерҙары аша граждандар эш көндәрендә сәғәт 09.00-ҙан 18.00-гә тиклем (төшкө ял 13.00 — 13.45) Архангел районы территорияһында тәүлек әйләнәһендә кешеләр йәшәгән социаль учреждениеларҙың эшмәкәрлеге, унда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренең үтәлеү-үтәлмәү, граждандарҙың хоҡуҡтарын боҙоу хаҡында хәбәр итеп була.
Алексей Ротков,
район прокуроры.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур