Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Декабрь 2020, 14:09

РЕСПУБЛИКАЛА УН КЕШЕ 1 МИЛЛИАРД ҺУМДАН АШЫУ КИЛЕМ ТУРАҺЫНДА ДЕКЛАРАЦИЯ ТАПШЫРҒАН

Декларация кампанияһы йомғаҡтары буйынса, дүрт миллион кеше йәшәгән Башҡортостанда – ун миллиардер һәм 29,5 меңгә яҡын миллионер.

Федераль һалым хеҙмәтенең республика идаралығы мәғлүмәтенә ярашлы, 1 декабргә (декларация тапшырыуҙың һуңғы көнө) 2019 йыл өсөн физик шәхестәр килеменә һалым буйынса 292 230 декларация ҡабул ителгән.
Бюджеттан ҡайтарылырға тейешле (һалым ҡайтармаһы) НДФЛ суммаһы 8,23 миллиард һум тәшкил иткән. Элекке йылдарҙа ҡайтарма күләме 5 миллиард һум сиктәрендә булған.
Миллионерҙар һәм миллиардерҙар һаны йылдан-йыл арта бара: 2013 йылда – 13 мең миллионер, 2017 йылда – 20 мең, 2018 йылда шунса уҡ тиерлек миллионер һәм ете миллиардер.
Читайте нас: