Инйәр
-28 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Декабрь 2020, 16:21

Малайҙар, кастингта ҡатнашығыҙ!

Өфөлә Рәми Ғарипов тураһында фильм төшөрөүселәр балалар ролдәренә кастинг иғлан итте.

8-ҙән 13 йәшкә тиклемге малайҙар талап ителә. Билдәле булыуынса, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа арналған “Рәми. Шағир көндәлеге” тулы метражлы фильмын Өфө режиссеры Булат Йосопов төшөрә.
Кастингтың беренсе этабы онлайн форматта үтәсәк. Заявкалар 10 ғинуарға тиклем ҡабул ителә.
Бының өсөн: 1) видеоға башҡорт телендә шиғыр (проза), нәҫер уҡып төшөрөргә кәрәк; 2) видео аҫтында исем-шәрифегеҙҙе, йәшегеҙҙе һәм ауыл-ҡалағыҙҙы күрһәтеү мотлаҡ; 3) анкетаны тултырығыҙ, видео менән фотоны һалығыҙ.
Актерҙарға мөһим талаптар: 8 – 13 йәшлек малайҙар, башҡорт телен белеү мотлаҡ. Спектаклдәрҙә ҡатнашыу һәм фильмда төшөү хуплана.
Ебәрелгән эштәрҙе ҡарағас, кандидаттар Өфөгә саҡырыласаҡ.
Сығанаҡ: bashinform.ru
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас в