Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Декабрь 2020, 16:28

Ҡайһы райондарҙа ҡотороу осрағы теркәлгән?

Быйыл Башҡортостанда хайуандарҙың ҡоротоу – гидрофобие менән ауырыуының өс осрағы асыҡланған.

Уларҙы ике районда тотҡандар: Шишмәлә – бер эт, Белоретта – эт һәм бүре.
“Роспотребнадзор”ҙың төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, 2019 йылда хайуандарҙың ҡотороу сире менән ауырыуы буйынса 15 осраҡ асыҡланған.
“Хайуандарҙан күргән зыян һөҙөмтәһендә медицина ярҙамы һорағандар һаны бер сама һаҡлана. Быйыл ун айҙа антирабик булышлыҡҡа мохтаж 8626 кеше мөрәжәғәт итте, 100 мең кешегә 213,6 кеше тура килә. 17 йәшкә тиклем балалар күберәк зыян күрә – хайуандарҙан тешләне осрағының 31,4 проценты”, – тип хәбәр итәләр ведомствоның матбуған хеҙмәтенән.
Әммә ваҡытында күрелгән саралар һөҙөмтәһендә тешләнгәндәр һауығыуға өлгәшкән. Әйтергә кәрәк, 2013 йылда республиканың Әлшәй районында бер кешенең гидрофобиенан үлеүе теркәлгән. Дүрт аяҡлы дуҫтарҙан һаҡ булайыҡ, ваҡытында һаҡланыу сараһы күрергә кәрәк.
Фото: 123ru.net
Читайте нас: