Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Декабрь 2020, 12:37

ВИРУС ҠАЙҘА КҮБЕРӘК "ОЯЛАҒАН"?

Республикала коронавирус йоҡторғандар һаны буйынса әүәлгесә Өфө лидерлыҡты тота.

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин аҙналыҡ брифингта баш ҡалала сиргә дусар булғандарҙың 5691 кеше тәшкил иткәнен белдерҙе.
Инфекцияны эләктереү буйынса Туймазы районы икенсе урында, 1181 кеше сирҙе йоҡторған. Унан ҡала - Бәләбәй районы, бында вирусты йоҡторған 1078 кеше теркәлгән. Артабан исемлекте Салауат ҡалаһы (729), Мәләүез районы (617) дауам итә.
Тәүлек эсендә республикала йәнә 155 кешенең мәкерле вирусты йоҡторғаны асыҡланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике пациент вафат булған. 94 ауырыу һауыҡҡан. Рәсми статистиканан күренеүенсә, пандемия осоронда инфекциянан һәләк булғандар һаны 108-гә еткән. Сирҙе йоҡторғандарҙың дөйөм иҫәбе 16 472 тәшкил итә.
Әлеге мәлдә стационарҙарҙа 766 пациент дауалана, амбулатор шарттарҙа - 2452. Ауыр хәлдәгеләр ҙә байтаҡ – 52 кеше, үпкәне яһалма елләтеү аппаратына 10 ауырыу тоташтырылған.
Рәсәйҙә тәүлек эсендә 26 689 кешенең сирҙе йоҡторғаны асыҡланған. Вафат булғандар һаны 577-гә артҡан.
Әйткәндәй, һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко коронавирус менән сирле әсәләрҙән сабыйҙарға вирус йоҡмауын билдәләне. “Сирҙең вертикаль рәүештә тапшырылыуы күҙәтелмәй, тәбиғәт нигеҙҙә баланы һаҡлай”, - тип белдерҙе ул. Исмаһам, күңелде йылытырлыҡ бер яҡшы хәбәр!
Фото: NewsBash.ru
Читайте нас: