Инйәр
+16 °С
Облачно
Новости
17 Декабря 2020, 07:35
БАШҠОРТ ҠЫШ БАБАЙЫ ҺЕҘҘЕ КӨТӘ!
19 декабрҙән Ишембай районындағы Торатау битләүендә Ҡыш бабай резиденцияһы эшләй башлай.
Әммә унда телефон аша алдан яҙылыу буйынса ғына барырға була. Был хаҡта "Торатау" геопаркының сайтында тулыраҡ белешмә бар.
Ҡунаҡтар өсөн төрлө күңел асыу саралары ҡаралған: шәхси һәм төркөмләп ҡотлау, яңы йыл сувениры яһау буйынса оҫталыҡ дәресе, шыршы тирәләй әйлән-бәйлән, Ҡыш бабайҙан видеошылтыратыу. Хаҡтары – 150-500 һум.
Шулай уҡ Торатау буйында аттар егелгән санала, ҡаргиҙәрҙә, квадроциклда йөрөргә, парапланда осорға, экоҡунаҡхананың йылы тирмәләрендә урынлашырға була. Геопарк хеҙмәткәрҙәре "Еҙем буйлап һыбай тур", "Мәмбәткә – саналарҙа", "Изге шишмәләр", "Дөйәғоштарға ҡунаҡҡа" тигән ҡышҡы маршруттар ҙа асҡан.
Фото: geopark-toratau.ru
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"