Инйәр
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Декабрь 2020, 18:09

Ярты миллиондан ҡолаҡ ҡаҡҡан

Еңел аҡса юлын эҙләүселәр бер урында тапанып тормай, алдашыуҙың яңы ысулдарын эҙләп табып ҡына торалар.

Замана бурҙарына кешенең банк картаһынан аҡса урлау бер ни тормай. Енәйәтселәр картаның реквизиттарын, кешенең исем-шәрифен һәм ПИН-кодты белһә, аҡсаға юл асыла.
Күптән түгел Белоретта йәшәүсе 72 йәшлек ҡатын оҙаҡ йылдар йыйған аҡсаһынан бер нисә минут эсендә ҡолаҡ ҡаҡҡан.
Уға билдәһеҙ кеше телефондан шылтыратып, үҙен банктың именлек хеҙмәте хеҙмәткәре тип таныштырған һәм мутлашыусыларға эләкмәҫ өсөн, карта мәғлүмәттәрен һораған. Хәйләһеҙ ҡатын барыһын да әйтеп бирә һәм 500 мең һум аҡсаһыҙ ҡала.
Мутлашыусыларҙан һаҡ булығыҙ, әгәр ҙә һеҙгә ят номерҙан шылтыратып, “банк хеҙмәткәре” кодты әйтеүегеҙҙе һораһа, шунда уҡ трубканы һалығыҙ һәм 900 номеры буйынса Һаҡлыҡ банкына шылтыратып, ысынлап та аҡсағыҙға хәүеф янаймы-юҡмы икәнен белешегеҙ.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас: