– Бөгөн беҙ “Һаулыҡ аллеяһы”на, табиптар аллеяһына нигеҙ һалабыҙ, һәм был осраҡлы түгел, – тине Радий Хәбиров. – Әлеге шарттарҙа иң мөһиме – табиптарға һәм тотош һаулыҡ һаҡлау системаһына ярҙам итеү. Бының өсөн ғәҙәти булмаған сара күреп, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ике йоғошло ауырыуҙар госпитале төҙөнөк. Коронавирусҡа ҡаршы көрәште мин һынау булараҡ ҡабул итәм. Был һынауҙан беҙ әүәлгегә ҡарағанда көслөрәк булып сығырға тейешбеҙ. Бөгөн табиптарға рәхмәт белдерәм. Ошо госпиталдә эшләйәсәк яңы командаға үҙҙәрен һаҡлауҙарын теләйем. Һаулыҡ һәм именлек һеҙгә! Әлбиттә, төҙөүселәргә лә фиҙакәр хеҙмәт өсөн ҙур рәхмәт!
Андрей Назаров, мөһим объекттарҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөү яҡшы йолаға әүерелде, тип билдәләне.
"Был – оҫталығыбыҙ, заман талабына яңыса ҡараш күрһәткесе, – тине Премьер-министр. – Тырышлыҡты берләштереп, беҙ ғүмерҙәрҙе ҡотҡарып ҡала алабыҙ. Бөгөн ултыртҡан аллея киләсәк быуындарға оло хеҙмәт хаҡында һөйләп торасаҡ, берлектәге көйлө эшебеҙҙе сағылдырасаҡ".
Стәрлетамаҡ мэры Владимир Куликов ҡала халҡы исеменән башҡарылған эш өсөн рәхмәт әйтте.
Мәғлүм булыуынса, яңы үҙәк төҙөлөшө 10 октябрҙә башланды һәм 50 көн дауам итте. Госпиталь тәүге пациенттарын 12 декабрҙән һуң ҡабул итә.
– Стәрлетамаҡта ошо үҙәкте төҙөү дөрөҫ һәм бик ваҡытлы булды. Госпиталь тулыһынса эшкә йәлеп ителәсәк, тип әле үк әйтергә мөмкин. Коронавирус бөткәс, Стәрлетамаҡ йыһазландырылған күп профилле дауаханаға эйә буласаҡ, – тине Радий Хәбиров, комплексты ҡарап сыҡҡас.