Инйәр
+4 °С
Облачно
Новости
8 Декабря 2020, 13:13

ИММУНИТЕТТЫ КҮТӘРӘ ТОРҒАН ПАСТА

Амосов пастаһындағы һәр бер емеш үҙе генә лә файҙалы, әмма барыһын бергә ҡулланғанда уларҙың көсө тағын да арта.

Добавить в предпочтительные источники Google
Әлеге ҡатнашманы хәҙер үк яһап ҡуллана башлаһағыҙ, һалҡын тейеү һәм грипп кеүек ауырыуларға организмдың ҡаршы тороусанлығы артасаҡ. Сөнки ул иммунитетты күтәрә.

Әлеге пастаны әҙерләү өсөн
йөҙөм – 0,5 кг
күрәгә – 0,5 кг
инҗир – 0,5 кг
ҡара емеш – 0,5 кг
әстерхән сәтләүеге – 0,5 кг;
бал – 500 мл;
1 лимон кәрәк.

Емеш, сәтләүек һәм лимонды ит үткәргес аша үткәргәс, бал менән бутап, банкаларға тултырып ҡуябыҙ.

Пастаны һыуытҡыста һаҡлайбыҙ һәм ашар алдынан 2-3 тапҡыр 1 аш ҡалағы ҡулланабыҙ.
Читайте нас