Быйыл көҙ 24 мең 82 кеше повестка алған, 18 мең егетте медицина комиссияһы үтеү өсөн саҡырғандар. Уларҙың 3947-һен армияға саҡырғандар. 7 декабргә ҡарата 3044 кеше хеҙмәт итергә киткән. 211 армияға саҡырылыусы медицина комиссияһы ағзалары эшмәкәрлегенә ялыу иткән һәм уларҙың сроклы хеҙмәткә китмәүе ихтимал.
– Планды үтәү өсөн тағы 400 граждан етмәй. Республиканың 12 районында саҡырыу нормаһынан 70 проценттан кәм кеше саҡырылған. Өҫтәмә тикшереү өсөн өс меңдән ашыу егет ебәрелгән, тик 624 граждан уны үтеп бөтмәгән, – тине Михаил Блажевич.
Әйткәндәй, быйыл яҙғы саҡырыуға 2,5 мең кеше килмәгән, уларҙың ни бары 30 процентын ғына тапҡандар.
– Һигеҙ хәрби команда китә алмай ҡалған, үҙәк штаб менән килешеү буйынса улар һуңғараҡ ваҡытҡа күсерелгән, – тине хәрби комиссар.
Михаил Блажевич ҡасып йөрөгәндәрҙе эҙләү, медицина комиссияларын ваҡытында үткәреүгә ҙурыраҡ көс һалырға, ә Эске эштәр органдары һәм прокуратура вәкилдәренә саҡырылырға тейеш граждандарға юридик хеҙмәттәр күрһәткән фирмалар эшмәкәрлегенә иғтибар бүлергә тәҡдим итте.
Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякинға был мәсьәлә менән ныҡлы шөғөлләнергә һәм 31 декабрҙә планды 100 процентҡа үтәү тураһында белдерергә ҡушты.