Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрлығы һәм Мәҙәниәт министрлығы иғлан иткән «Башҡорт теленә ЯҢЫ ҠАРАШ» социаль видеороликтар конкурсы ла социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән. Эштәр 2020 йылдың 10 декабренә тиклем ҡабул ителә, ҡатнашырға теләүселәрҙең йәше сикләнмәй. Бәйгене ойоштороусылар бүләккә Apple iPhone 11, ноутбук, планшет вәғәҙәләй. Социаль ведороликтарҙың миҫалдары түбәндәге һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин:
https://vk.com/videos-182678571?section=album_8