Инйәр
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2020, 11:38

Башҡортостанда киләһе аҙнала уҡ ковидтан прививка эшләй башлауҙары ихтимал

2 декабрҙә Рәсәй президенты Владимир Путин киләһе аҙнала уҡ табиптарға һәм уҡытыусыларға коронавирустан прививка яһай башлау планы тураһында иғлан итте.

Уның һүҙҙәренсә, вакцинация «тәүге ике хәүеф төркөмөнән — табиптарҙан һәм уҡытыусыларҙан» башлана. «Илдә коронавирустан яҡынса 2 миллион доза вакцина етештерелгән. Был беҙгә күләмле вакцинацияны башларға мөмкинлек бирә», — тип дәүләт башлығының һүҙҙәрен килтерә ТАСС. Алдан хәбәр ителгәнсә, декабрь башында Башҡортостанға COVID-19-ға ҡаршы вакцина килтерелә. «Яңы коронавирус инфекцияһынан вакцинаны ҡабул итергә әҙерләнәбеҙ. «Спутник V» вакцинаһы өсөн махсус һаҡлау урындары әҙер. Ошо вакцина менән эш һәм тейешле инструктаж үткәрелгән», — тип белдерҙе Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы Максим Забелин дүшәмбе республика хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, үҙ сиратында, COVID-19-ҙан күпләп вакцинациялауға әҙерләнергә ҡушты. Уның һүҙҙәренсә, республикала һынап ҡаралған вакцина үҙенең һөҙөмтәлелеген раҫланы. https://www.bashinform.ru/news/1529396-v-bashkiriyu-mogut-nachat-privivat-ot-covid-19-uzhe-na-sleduyushchey-nedele/
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: