Был сараның аныҡ ыңғай һөҙөмтәләре бар.
Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк биләмәһендә коронавирус таралыу ихтималлығын булдырмау буйынса оператив штабтың сираттағы ултырышында ошо хаҡта белдерҙе. Һандарға килгәндә, ошо категорияға ҡараған граждандар араһында сирләүселәр ун процентҡа кәмегән.
Сараның һөҙөмтәлелеген Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре лә раҫлай, ә Башҡортостанда коронавиурсҡа бәйле хәл тотороҡлана бара, сирләүселәр һаны артыуы ла кәмей.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 65 йәштән өлкәнерәк йәштәгеләр әлеге осорҙа өйҙә ултырырға тейеш. Уларға 11 сәғәттән 13 сәғәткә тиклем билдәләнгән ваҡыт арауығында ғына урамға сығырға мөмкин: ике сәғәт эсендә магазинға, дарыуханаларға һәм башҡа тормош ихтыяжы булған урындарға бара алалар. Бынан тыш, мотлаҡ битлек кейеү режимы һаҡлана.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының республика башҡарма комитетына ҡараған “Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәр үҙәге үрҙә телгә алынған категория граждандарына даими ярҙам сараларын тормошҡа ашыра.
Ярҙамға мохтаждар "ҡыҙыу бәйләнеш" телефонына шылтырата ала: 8-800-201-89-03.
Унан тыш, коронавирусҡа бәйле хәл буйынса дистанцияла консультация, көнүҙәк һорауҙарға яуаптар алам тиһәгеҙ, Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәгенә иртәнге 8-ҙән киске 20 сәғәткә тиклем шылтыратырға мөмкин: 8(347) 218-19-19.
Һаулығығыҙҙы хәстәрләү – һеҙҙең ҡулда! Шуға ла һаҡланыу сараларын теүәл үтәргә, аралашыуҙарҙы сикләргә саҡырабыҙ.