Инйәр
+15 °С
Облачно
Новости
2 Декабря 2020, 07:25
БАШҠОРТОСТАНҒА АНОМАЛЬ ҺЫУЫҠ ЯҠЫНЛАША
Башҡортостанға аномаль һыуыҡ яҡынлаша. Рәсәй Гидрометүҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд һүҙҙәренсә, һауа температураһы 20 градусҡа тиклем түбәнәйә.
«Рәсәйҙең Европа өлөшөндә, Әстрхан, Волгоград, Һарытау, Һамар өлкәләрендә, Башҡортостанда, Татарстанда һыуыҡ була. Екатеринбургта, Ырымбурҙа, Ҡурғанда, Новосибирскиҙа, Омскиҙа, Томскиҙа ла һалҡын. Унда температура 20-25 градусҡаса түбәнәйә. Был, ысынлап та, һыуыҡ, әлбиттә», — тип Вильфандтың һүҙҙәрен килтерә ТАСС.
Ләкин синоптик республикала һыуыҡ көндәрҙең ҡасан башланасағын әйтмәне, шулай ҙа термометр бағанаһының норманан 5-10 градусҡа түбәнәйәсәген билдәләне.
Фото: uraldaily.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"