Инйәр
-23 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2020, 12:39

БӘЛИҒ БУЛМАҒАНДАР ӨСӨН ДӘ ТҮЛӘРГӘ КӘРӘК

Белеүебеҙсә, хәҙер күп кенә балалар – күсемһеҙ милек хужаһы. Ғәҙәттә, ошондай осраҡтар әсәлек капиталы аҡсаһына ҡушып торлаҡ һатып алғанда барлыҡҡа килә.

Шуға бәлиғ булмағандарҙың шәхси милек булараҡ ер участкаһы, торлағы йәки транспорт сараһы бар икән, һалым түләнергә тейеш. Быны уларҙың законлы вәкилдәренең – ата-әсәләренең – үтәүе зарур.

Әйткәндәй, бәлиғ булмағандарға һалым буйынса федераль ташламалар ҙа ҡаралған. Мәҫәлән, инвалид балалар милек өсөн һалымды түләмәй, ә ер һалымына килгәндә, уларҙың бер ер участкаһындағы 600 квадрат метрҙың һалым менән ҡапланмаған кадастр хаҡы күләмендә һалым ҡайтармаһын алыу хоҡуғы бар.

Бына ошондай хоҡуҡтар тураһында Рәсәй Федераль һалым органының “Милек һалымдары ставкалары һәм ташламалары тураһындағы белешмә” тигән сервисы аша белергә мөмкин.

Законды белмәү яуаплылыҡтан ҡотҡармай. Шуға күрә, ишетмәнем, белмәнем, иҫкәртмәнеләр тип, 1 декабргә тиклем һалым түләү кәрәклеген һис инҡар итергә ярамай.

Фото: www.youtube.com
Читайте нас в