Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирус инфекцияһы буйынса сираттағы брифингта шул турала һөйләне.
“COVID-19-ҙан һуң өҙлөгөүҙәр инфекцияны ни кимәлдә ҡатмарлы үткәреүгә бәйле, – тине ул. – Сирҙе уртаса ауырлыҡта һәм ауыр уҙғарыусылар аҙаҡ тын етмәүгә, йүтәлгә, күкрәк тәңгәле ҡыҫылыуға зарланыуы мөмкин. Уларҙың тиҙ арала ныҡ арыуы, йоҡомһорап йөрөүе ихтимал”.
Министр был сирҙе кисергән Башҡортостан кешеләренең Республика табип-физкультура диспансерында реабилитация үтә алыуын әйтте. Унда “Мәскәү медицина-социаль реабилитология институты” федераль үҙәгенең методик рекомендацияларын күҙҙә тотоп, COVID-19-ҙы үткәргән ауырыуҙарҙың сәләмәтлеген нығытыу буйынса программа булдырылған. Программа инструкторҙар, реабилитация һәм дауалау физкультураһы өлкәһендәге табип-белгестәр булышлығында ғәмәлгә ашырыла. Пациенттарға шулай уҡ психотерапевт ярҙамы ла күрһәтелә.
Реабилитация үтеү өсөн участка табибына мөрәжәғәт итеп, унан йүнәлтмә алырға кәрәк. Максим Забелин COVID-19-ҙы уҙғарған пациенттарҙың һаулығын яҡшыртыу буйынса стационарҙарҙа ла бүлектәр асырға йыйыныуҙарын белдерҙе.
Фото "Башинформ"дан алынды.