Инйәр
+19 °С
Ясно
Новости
20 Ноября 2020, 07:26
ҺӨТ ҠЫЙБАТЛАНДЫ
Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, һөт миҙгеле артта ҡалды, яратҡан ризыҡҡа хаҡ та артты.
Башстат мәғлүмәте буйынса, республикала октябрҙә 2,5-3,2% ҡуйылыҡтағы пастеризацияланған һөттөң бер литры уртаса 51,75 һумға етте. Йыл башында Башҡортостанда йәшәүселәргә ошондай уҡ һөт 50,06 һумға төшә ине.
Ғәҙәттәгесә, пастеризацияланған һөткә хаҡ буйынса иң ҡиммәт ҡала – баш ҡала. Өфөләр уны уртаса 53,72 һумға һатып ала. Нефтекамала бер литры 49,53 һум тора. Өсөнсөлә - Стәрлетамаҡ, унда 47,91 һумға алырға була. Ә иң арзан һөт – Сибайҙа, бер литры - уртаса 47,03 һум, ти статистиктар.
Баҙар иҡтисадында дөйөм бер кимәл юҡ, шуға күрә етештереүсе, һатыусы талабына ҡарап, аҡсаны төрлөсә һыпыралар. Бер магазинға инһәң - 42 һум, икенсеһендә шул уҡ 47 һум. Ә һеҙ ниндәй хаҡҡа һөт эсәһегеҙ?
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Мухаметьянова А.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"