Инйәр
+16 °С
Облачно
Новости
18 Ноября 2020, 11:57
БЫЙЫЛ ЯҢЫ ЙЫЛ ИРТӘЛЕКТӘРЕ БУЛЫРМЫ?
Балаларыбыҙҙың көтөп алған байрамдарының береһе - Яңы йыл иртәлеге быйыл...
булыу-булмауы әлегә билдәһеҙ.
Бөгөн был турала һөйләшеү Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә лә булды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, был мәсьәлә буйынса ҡарар аҙна дауамында ҡабул ителәсәк.
– Яңы йыл – дөйөм алғанда ҙур ваҡиға, тик быйыл коронавирус инфекцияһы арҡаһында ул бер ни тиклем хәүеф менән дә янай. Беҙгә барыһын да хәл итергә кәрәк: сикләүҙәр ҡабул итербеҙме, юҡмы? Санитар-эпидемиологик талаптарҙы нисек үтәрбеҙ, кешеләргә нимә тәҡдим итербеҙ һәм нисек байрамды үткәрербеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Ҡарарҙы был аҙнала оператив штаб ултырышында ҡабул итәсәктәр. Әйткәндәй, ҡайһы бер төбәктәр Яңы йылды нисек үткәреүен хәл иткән дә.
– Иң ябай мәсьәлә: балалар шыршылары үткәрәбеҙме юҡмы? Һәм бының кеүек һорауҙар бик күп. Был аҙнала әҙерләнергә һәм ҡарар ҡабул итергә кәрәк, – тине төбәк етәксеһе.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Мухаметьянова А.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"