Инйәр
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2020, 12:06

Йортоғоҙҙо бәлә-ҡаза урап үтһен!

Ҡыш әкренләп үҙ хакимлығына инә бара.

Тап ошо мәлдә, йәғни йылытыу миҙгеле башланыу менән, газ ҡулланғанда зыян күреүселәр һаны арта.
Хәүефкә юл ҡуймау өсөн төтөн һәм елләтеү юлдарын ваҡытында тикшерергә, газ ҡорамалдарына бәйле эштәрҙе башҡарыу өсөн белгестәр саҡырырға, уларҙың техник хеҙмәтләндереүҙе һәм газ ҡорамалын ремонтлауҙы үҙ ваҡытында тормошҡа ашырыуы өсөн йортҡа йәки фатирға ҡаршылыҡһыҙ инеүен тәьмин итергә кәрәк. Йорт йәки фатир эсендәге газ ҡорамалын махсус ойошмалар ғына техник хеҙмәтләндерергә, йүнәтергә йәки алмаштырырға тейеш.
  • Бәләкәй балаларға, иҫерек кешеләргә, газ приборы ҡоролошон һәм уны файҙаланыу ҡағиҙәләрен белмәгән кешеләргә газ ҡорамалдары менән ҡулланырға рөхсәт итмәгеҙ;
  • Эшләп торған газ ҡорамалдарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;
  • Елләтеү каналдарының рәшәткәләрен япмағыҙ;
  • Газ үткәргестәрҙең һәм ҡорамалдарҙың газ сығарыу-сығармауын тикшереү өсөн ут ҡулланмағыҙ – был шартлауға һәм янғын сығыуға килтерергә мөмкин.
  • Тәбиғи газ – бик уңайлы яғыулыҡ, әммә ул хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙе, уяулыҡты юғалтмауҙы талап итә.
    Ашығыс хеҙмәттәрҙең берҙәм телефоны – 112.
    Йортоғоҙҙо бәлә-ҡаза урап үтһен!
    Фото: rbsmi.ru
    Читайте нас: