Инйәр
+21 °С
Облачно
Новости
13 Ноября 2020, 06:46
МАШИНАҢДЫ ТАРТЫП АЛЫРҘАРМЫ?
Иҫерек водителдәргә ҡарата талаптарҙы көсәйтмәкселәр
«Ҡорос атыңдан» ҡолаҡ ҡағаһың килмәһә, рулгә иҫерек килеш ултырма. Ошо хәҡиҡәтте ныҡлап төшөндөрөү өсөн Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы «Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында»ғы кодексҡа үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итә. Иҫерек килеш рулгә ултырған водителдәргә язаны көсәйтеүгә ҡағыла ул. «Россия 1» телеканалында ведомство башлығы Владимир Колокольцев ошо хаҡта белдерҙе. Әгәр иҫерек килеш ҡабаттан руль артына ултырған икән, машинаны тартып алмаҡсылар. Ҙур суммала штрафтар ҙа ҡурҡытмай, бәлки, йәйәү йөрөй башлаһалар хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрер.. Саф һауала йөрөү барыһына ла килешә бит, тындар иркенәйеп китә, баш еңеләйеп ҡала...
Фото интернеттан алынды.
Мухаметьянова А.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур