Инйәр
-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2020, 11:52

ҺАНАУЛЫ КӨНДӘР ҠАЛДЫ

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2020 йылдың 1 декабренә тиклем мөлкәткә, ергә, транспортҡа, һәм һалым агенты кешеләрҙең килеменә һалымды тотоп алып ҡалмаған осраҡта, уға һалымды түләргә тейешбеҙ.

Был бурысты “Һалым түләүсенең шәхси кабинеты” йәки “Һалымдарҙы түлә” сервистары ярҙамында онлайн тәртибендә атҡарырға мөмкин.

Улар Федераль һалым хеҙмәтенең сайтында (nalog.ru) урынлашҡан. Шәхси кабинетҡа теркәү картаһындағы логин һәм пароль ярҙамында инергә мөмкин. Ә уны йәшәү урыны буйынса ғына түгел, Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең һәр хеҙмәтендә алырға була. Бының өсөн үҙең менән шәхесте раҫлаған доку­менттың, шәхесте иҫәпкә ҡуйыу буйынса таныҡлыҡтың (ИНН) төп нөсхәһе йәки күсермәһе булыуы кәрәк.

Һалым буйынса бурыстар хаҡында Берҙәм дәүләт һәм муниципаль порталында ла (www.gosuslugi.ru) танышырға мөмкин. Әйткәндәй, милеккә һалымды почта бүлегендә лә түләү мөмкинлеге бар. Бынан тыш, республикалағы 750 почтальон почта-касса терминалы менән йыһазландырылған. Шуға ҡайһы бер почтальондар аша ла һалымды түләп була.
Дөйөм алғанда, Башҡортостанда йәшәгән кешеләрҙең 2019 йылға түләргә тейешле һалымдар суммаһы 5,5 миллиард һумдан ашҡан. Мәҫәлән, өфөләр генә 1 декабргә тиклем 1,78 миллиард һум күләмендә һалым суммаһын түләргә тейеш. Ә формалаштырылған һалым белдереүҙәренең дөйөм һаны 2,461 миллион дана тәшкил итә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Мухаметьянова А.
Читайте нас в