Инйәр
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь 2020, 14:37

1 декабргә тиклем күп кеше ҡатнашҡан саралар сикләнә

Республикала коронавирусҡа бәйле хәл ҡатмарлашыу арҡаһында күп кешеләр ҡатнашҡан саралар әлегә үткәрелмәй торасаҡ.

Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
— 1 декабргә тиклем бөтә сараларҙы ла тиерлек үткәрмәҫкә йәки техник рәүештә генә ойошторорға ҡарар иттек. Әгәр саралар үтә мөһим икән, уларҙа күп кеше ҡатнаштырмаҫҡа һәм барлыҡ талаптарҙы үтәргә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Китапхана һәм музейҙарҙа бер юлы 50-нән ашыу кеше индерелмәй. Театр һәм концерт ойошмалары ваҡытлыса гастролдәр һәм күсмә сараларға йөрөмәй. Көн һайын тармаҡта сирләп киткән кешеләрҙе тикшереп тороу ойошторолған.
Хәҙер хәлдәрҙең ҡатмарлашыуын иҫәпкә алып, министрлыҡ залдарҙы 30 процентҡа ғына тултырыу тәҡдиме менән сыҡты. Шулай уҡ төркөм менән шөғөлләнгән түңәрәктәрҙе үткәрмәй торорға, урам буйы сараларын ике тапҡырға ҡыҫҡартырға һәм мөмкин булғанса онлайн форматта эшләргә тәҡдим итте. Тик ныҡ мөһим һәм кәрәкле саралар ғына үтәсәк.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: