Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Октябрь 2020, 11:42

Октябрь айына һынамыштар

– Октябрь – ҡара бейә, ноябрь – ала бейә.

– Октябрь – ни арба, ни сана.
– Октябрь япмаһа, декабрь япмаҫ .



– 1 октябрь көндө торналар китмәһә, ноябргә тиклем һыуыҡтар булмаясаҡ.
– 1 октябрҙә ел көнө буйына төньяҡтан булһа, ҡыш һалҡын килер, көньяҡтан булһа, йылы булыр һәм киләһе йылда ашлыҡ уңыр.
8 октябрь тәүге ҡар еүеш ергә төшһә, иремәй ҡаласаҡ, ҡоро ергә төшһә – тиҙ иреп бөтәсәк.
– Йылы октябрь - һалҡын ҡышҡа.
– Октябрь башында ҡайынға ҡарағыҙ –япраҡтар әле ҡойолмаған булһа, ҡар һуң ятыр.
– Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә, ҡыш иртә килер.
– Ҡарлуғас йылы яҡҡа иртә китһә, ҡыш һыуыҡ һәм оҙаҡ булыр.
– Урманда миләш күп булһа, көҙ ямғырлы булыр, аҙ булһа – ҡоро килер.
– 1октябргә тиклем ҡар күҙе төшһә, сана юлы тиҙ булмаҫ.
Читайте нас: