Уҡытыусылар көнө — илебеҙҙәге иң яҡты һәм изге байрамдарҙың береһе. Ул Рәсәйҙең йәш быуынын — илебеҙ киләсәген тәрбиәләүгә һәм уҡытыуға үҙ ғүмерен бағышлаусы кешеләрҙе, йәмғиәтебеҙ өсөн мөһим һөнәр эйәләрен тәбрикләү йәһәтенән билдәләнгән.
Уҡытыусы беҙҙе бөтә белемдәр менән ҡоралландырып, оло тормош юлына, йәмғиәткә аяҡ баҫырға, тыуған илебеҙ гражданы булыуға әҙерләй. Һәр ҡайһыбыҙ күңелендә беҙҙе ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмаҫҡа, аҡыл менән эш итергә, яманды яҡшынан айырырға, үҙ асылыбыҙға тоғро ҡалырға өйрәткән остаздарыбыҙ хаҡында яҡты иҫтәлектәр һаҡлай
Һеҙ һәр ваҡыт йәмәғәт тормошо уртаһында ҡайнайһығыҙ, белем биреүҙең яңы программаларын, яңы эш алымдарын камиллаштыраһығыҙ, ғилми проекттарҙы ғәмәлгә ашыраһығыҙ.
Үҙегеҙҙең һәләтегеҙ һәм оҫталығығыҙ ярҙамында уҡыусыларығыҙ йөрәгендә осҡондар ҡабыҙаһығыҙ. Хеҙмәтегеҙ ни тиклем генә ҡатмарлы булмаһын, һәр ваҡыт иғтибарлы, хәстәрлекле, сабыр булып ҡалаһығыҙ, уҡыусыларығыҙҙы уҡытыу, тәрбиәләүҙән тыш, уларға күңел йылығыҙҙы ла һалаһығыҙ.
Һеҙгә һәм һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы сәләмәтлек, именлек, бәхет, рух ныҡлығы, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ!
муниципаль район Советы рәйесе.
муниципаль район хакимиәте башлығы.