Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Октябрь 2020, 14:10

“Һабынлы бум”ға ҡушыл

Социаль приютта йәшәүсе балаларға ярҙам йөҙөнән 2020 йылдың 1 октябренән "Мыльный бум" акцияһы иғлан ителә.

Сара “С любовью” балалар хәйриә фонды , шулай уҡ Рәсәй студент отрядтары дөйөм Рәсәй йәштәр йәмәғәт ойошмаһы тарафынан ойошторолоп килә һәм бишенсе тапҡыр үткәрелә. Уның маҡсаты — мәктәп уҡыусыларын тиҫтерҙәренә — социаль приют тәрбиәләнеүселәренә, инвалид-балалар һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләлә тәрбиәләнеүсе балаларға ярҙамға йәлеп итеү. Ай дауамында теләгән һәр кем үҙенең класс етәксеһе аша теш щеткаһы йәки пастаһымы, шампунь йәки һабынмы һәм башҡа ниндәй ҙә булһа шәхси гигиена әйберен "С любовью" хәйриә фондына тапшыра ала. Йыйылған ярҙам мохтаж булған балаларға биреләсәк.
Акцияла ҡатнашырға теләүселәргә Архангел ауылы, Совет урамы, 40-сы йорт адресы буйынса урынлашҡан “Ғаилә” ресурс үҙәгенең урындағы бүлегенә (телефоны: 8(34774)2-26-74) мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Фәрзәнә Әминева,
район-ара “Ғаилә” үҙәге етәксеһе.
Читайте нас: