Ололар көнө — ҙур тормош юлы үткән, үҙҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәте, һөнәри, хәрби һәм гражданлыҡ бурысын намыҫлы үтәүе менән йәмғиәтебеҙҙә киң танылыу яулаған быуындың байрамы ул.
Был байрам — өлкән йәштәгеләргә уларҙың йәшен иҫтәренә төшөрөү түгел, ә районыбыҙ үҫешенә өлөш индергәнегеҙ, күп йылдар намыҫлы хеҙмәтегеҙ, тәжрибәгеҙ, аҡыл һәм изгелегегеҙ өсөн сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә яҡшы мөмкинлек! Һеҙ ҡот осҡос һуғышта еңдегеҙ, илебеҙҙе емереклектәрҙән күтәрҙегеҙ. Һеҙҙең арҡала беҙ тыныс тормошта йәшәйбеҙ.
Хаҡлы ялда булыуығыҙға ҡарамаҫтан күптәрегеҙ әле лә хеҙмәт юлын дауам итә. Һеҙҙең әүҙем йәшәү рәүеше алып барыуығыҙға, республика һәм район кимәлендә ойошторолған социаль сараларҙа ҙур теләк менән ҡатнашыуығыҙ өсөн рәхмәтлебеҙ. Һеҙ — Рәсәйҙең ғорурлығы, уның алтын фонды. Һеҙҙең бай тормош тәжрибәгеҙ, белемегеҙ аҡыл ҡаҙнаһы һәм рухи көсөгөҙ — йәштәр өсөн иң ҡиммәтле мираҫ.
Бар күңелдән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, оптимистик рух, ышаныс, өмөт һәм һөйөү, һәр йортта имен һәм уңайлы тормош кисереүегеҙҙе теләйбеҙ. Ололарға ҡарата һаҡсыл ҡарашыбыҙ тантаналы байрам көнөндә генә булмаһын, ә һәр ҡайһыбыҙҙың көндәлек бурысына әйләнһен.
муниципаль район Советы рәйесе.
муниципаль район хакимиәте башлығы.