Инйәр
+14 °С
Дождь
Новости
29 Сентября 2020, 09:52
БАШҠОРТ БЕЙЕҮҘӘРЕНДӘ - УРАЛ БАТЫР УТЫ
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, "Урал батыр уты" этник башҡорт мәҙәниәте халыҡ-ара марафонына ярашлы, "Донъя халыҡтары бейеүе" концерт программаһын тәҡдим итә.
Ансамбль был программа менән Бөрө, Дүртөйлө, Саҡмағош, Баҡалы, Шишмә, Ҡалтасы, Илеш төбәктәрен сағыу сығыштары менән ҡыуандырҙы.
"Ете ҡыҙ", "Өс туған", "Беҙҙең байрам" - ғәскәровсылар алтын фондтарын тәшкил иткән легендар бейеүҙәрҙән алып "Француз яулыҡ", "Еҙ үксә" кеүек хәҙерге заман хореографтары һалған бейеүҙәрҙе башҡарасаҡ, концертта яңы номерҙар ҙа буласаҡ.
Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған "Мәҙәниәт" милли проекты "Мәҙәни мөхит", "Ижади кешеләр" һәм "Һанлы мәҙәниәт" федераль проекттарынан тора. Тармаҡты комплекслы үҫтереү маҡсатындағы башланғыс "Урал батыр уты" кеүек саралар арҡылы халҡыбыҙ мираҫын һаҡларға, уны быуындан быуынға тапшырырға шәп мөмкинлек бирә. Республикабыҙ проектты уңышлы файҙаланып, ҡалаларҙа ғына түгел, ауылдарҙа ла мәҙәниәт өлкәһен күтәреүгә күп көс һала.
#национальныепроекты
#нацпроекты
Фото: республиканың Мәҙәниәт министрлығы.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"