Инйәр
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь 2020, 11:57

Ғафури районында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары форумы уҙасаҡ

Ул Башҡорт теле йылы сиктәрендә үткәрелә.

24 - 25 сентябрҙә Ғафури районының «Красноусольск» шифаханаһында Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы уҙасаҡ. Ул Башҡорт теле йылы сиктәрендә үткәрелә. Форум Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Мәғариф һәм фән министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторола.
Сараның төп маҡсаты - башҡорт телен популярлаштырыу, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй төбәктәрендә телде уҡытыу шарттарын яҡшыртыу, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ киңерәк ҡулланыу мөмкинлектәрен барлау.
Форумда Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй төбәктәре башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары; район һәм мәктәп методик ойошмалары етәкселәре; Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй төбәктәренең инновацион дөйөм белем биреү ойошмалары директорҙары; профессиональ һәм юғары белем биреү учреждениеларының башҡорт теле уҡытыусылары; район һәм ҡала мәғариф идаралыҡтарының (бүлектәре) туған телдәр өсөн яуаплы белгестәре һәм методистары ҡатнашасаҡ. Сараға Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй төбәктәренән йәмғеһе 250 кеше ҡатнашыуы көтөлә
Читайте нас в