Инйәр
+12 °С
Дождь
Новости
16 Сентября 2020, 12:47
Телемедицина технологияһы киң мөмкинлектәр аса
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылды.
Өфө ҡалаһының 13-сө клиник дауаханаһының функциональ һәм ультратауыш диагностикаһы бүлегендә теркәү һәм электр кардиограммаһына анализ яһау Easy ЕСG телемедицина технологияһына күсерелде. Был эш ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылды.
Системаға персональ компьютер менән туранан-тура тоташтырылған алты стационар регистратор, пациент ятҡан ерҙә ЭКГ яһау өсөн дүрт күсмә регистратор инә. Өҫтәүенә, кардиология үҙәгендә ЭКГ-ға анализ яһау өсөн биш табип станцияһы эшләй.
Өс поликлинкаһы, ҡабул итеү-диагностикалау бүлеге, терапия һәм хирургия стационарҙары булған дауаханала көн һайын 500-ҙән ашыу электр кардиограммаһы яһайҙар. Теркәү станциялары ЭКГ кабинеттарында урынлашҡан. Электр кардиограммаһы сымһыҙ селтәр аша бер-ике секундта функциональ һәм ультратауыш диагностикаһының ординаторҙар бүлмәһенә тапшырыла. Артабан табиптың һығымтаһы менән пациенттың электрон медицина картаһына күсерелә.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"