Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Сентябрь 2020, 11:00

Хөрмәтле уҡыусылар, студенттар, уҡытыусылар, ата-әсәләр!

Белем көнө һәм яңы уҡыу йылы башланыу уңайынан ихлас ҡотлауҙарыбыҙҙы ҡабул итегеҙ!

Күп кенә уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре, уҡытыусылары, студенттар һәм уларҙың педагогтары өсөн был байрам тулҡынландырғыс та, сағыу ҙа. Был беҙҙең дөйөм байрам, сөнки теләһә ниндәй һөнәр, эшмәкәрлек нигеҙендә белем ята. Һәм 1 сентябрҙә белем иленә беҙҙең һәр ҡайһыбыҙҙың мауыҡтырғыс юлы башланды һәм башлана.
Уҡыу —ғүмерҙең бай эстәлекле, ҡыҙыҡлы һәм иң яуаплы осоро. Уҡыусылар тап шул мәлдә үҙҙәренең киләсәгенә нигеҙ һала. Үҙ аҡылығыҙ, һәләтегеҙ һәм маҡсатҡа ынтылышығыҙ менән теләктәрегеҙҙе тормошҡа ашырыуығыҙға ышанабыҙ.
Һуңғы йылдарҙа район мәғариф өлкәһе ныҡлы үҫешә: белем сифаты күтәрелә, яңы мәктәп майҙансыҡтары төҙөлә, мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөкләндерелә, уҡытыу һәм тәрбиәләү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыла.
Барлыҡ мәктәп уҡыусыларына, студенттарға, педагогтар коллективына юғары ҡаҙаныштар һәм оло еңеүҙәр теләйбеҙ, яңы уҡыу йылы емешле булһын, күп кенә ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, асыштар, белемдәр һәм алға ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеүҙәр килтерһен!
Рәүф Рәхмәтуллин,
муниципаль район Советы рәйесе.
Илшат Әминев,
муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: