Инйәр
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Август 2020, 18:22

УҠЫУ ЙЫЛЫНА ӘҘЕРЛЕК НИНДӘЙ?

Рәсәй Президенты Хөкүмәт ағзалары менән яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса видеоконференция режимында кәңәшмә үткәрҙе.

Сараның төп мәсьәләһенә күсер алдынан ил етәксеһе Рәсәй донъяла беренселәрҙән булып коронавирус инфекцияһынан вакцинаны теркәүен хәбәр итте.
Унан был хаҡта тулыраҡ Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, тәүгеләрҙән булып табиптарға һәм уҡытыусыларға прививка эшләнәсәк. Яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса мәғариф министры Сергей Кравцов, фән һәм юғары белем биреү министры Валерий Фальков һөйләне. Быйыл 1 миллион 900 мең бала тәүге тапҡыр мәктәп тупһаһына аяҡ баҫасаҡ. 17 миллион уҡыусы, 7 миллион балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе яңы уҡыу йылын ҡаршылаясаҡ. 36 мең 485 белем биреү учреждениеһы уҡытыуға тулыһынса әҙер. Дөйөм алғанда, 2025 йылға тиклем Рәсәйҙә 1 мең 750 белем усағын сафҡа индереү көтөлә. Бөтә ауыл мәктәптәренә һәм бәләкәй ҡалаларға, ә уларҙың һаны 27 меңдән ашыу, тәбиғи фәндәрҙе уҡытыу өсөн яңы лабораториялар ҡуйыласаҡ. 1 сентябрҙән синыф етәкселеге өсөн 5 мең һум түләү ҙә башлана.
Юғары уҡыу йорттарына килгәндә, көндөҙгө бүлектә уҡыусы 550 мең студент диплом алған. Улар өсөн Бөтә Рәсәй онлайн-сығарылыш кисәһе ойошторолған. "Сириус" белем биреү үҙәге менән берлектә оҫталыҡ программаһы эшләй башлаған. Юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһы ла уңышлы бара. Уларҙа 11 мең 500 өҫтәмә ҡаҙна урыны ла булдырылған.
#ВладимирПутин
Читайте нас в