Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Август 2020, 18:31

Мәктәпкә ата-әсәләрҙән аҡса йыйыу тыйыла

Коронавирус пандемияһы осоронда белем биреү учреждениеларына һауаны зарарһыҙландырған рециркуляторҙар ҡуйыласағы мәғлүм.

Был – зарарлы вирустан балаларҙы мөмкин тиклем һаҡлар өсөн "Роспотребнадзор" ҡуйған талап.
“Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзалары илдең Мәғариф министрлығына уҡыусы балаларҙың ата-әсәләренән рециркуляторҙар өсөн аҡса йыйыу осраҡтарын алдан киҫәтеүҙе һорап хат ебәргән. Был хаҡта “Яңы мәктәп” партия проекты координаторы Алина Аршинова белдергән.
“Министрлыҡҡа, төбәктәргә "Роспотребнадзор" кәңәш иткән ҡорамалдарҙы бюджет иҫәбенә һатып алыу мотлаҡ тигән талап ҡуйырға, тигән үтенес белдереп хат яҙҙыҡ. Министрлыҡ беҙҙең менән килеште. Мәктәптәрҙә санитар ҡағиҙәләрҙе һәм талаптарҙы үтәр өсөн көсләп аҡса йыйылырға тейеш түгел”, – тигән ул.
Баҡтиһәң, партия проекты координаторына ата-әсәләр был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә зарланған. “Тамбов, Владимир, Волгоград, Силәбе, Хабаровск, Башҡортостан яҡтарында ошондай осраҡтар теркәлгән. Был төбәктәрҙә ата-әсәләрҙән яңы ҡорамалдар һатып алыр өсөн 500-ҙән алып 700 һумға тиклем аҡса талап иткәндәр. Һәр осраҡты тикшерҙек, мәғлүмәт раҫланды.
Ҡабатлап әйтәм, быға юл ҡуйылырға тейеш түгел, мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә кәрәк. “Берҙәм Рәсәй” рециркулятор һәм башҡа махсус ҡорамалдарҙың тап бюджет иҫәбенә һатып алыныуын күҙәтәсәк”, – тигән депутат.
Рәсәй Мәғариф министрлығының "ҡыҙыу бәйләнеш" селтәренә ата-әсәләрҙән ялыуҙар килә башлаған. Мәғлүмәт урындарҙа тикшерелә. Бындай осраҡтар теркәлә ҡалһа, мәктәп хакимиәтенә ҡарата саралар күреләсәк, тип белдергәндәр унда.
Министрҙың беренсе урынбаҫары Дмитрий Глушко төбәктәрҙе бындай осраҡтар өсөн яуаплылыҡ ҡаралғаны тураһында ла иҫкәрткән.
Читайте нас: