Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Август 2020, 12:35

“Архангел Иҡсанов фестивале — 2020”

Халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың район конкурсы бара.

3 августан 30-на тиклем халыҡ музыка ҡоралдары һәүәҫкәрҙәренең Ф.Иҡсанов исеменә арналған район фестиваль-конкурсы уҙа. Бәйге “Архангел Иҡсанов фестивале — 2020” исеме аҫтында гармун, баян, аккордеон, ҡурай, ҡумыҙ, думбыра, мандолина, балалайка һәм башҡаларҙа уйнаусылар өсөн тәғәйенләнгән. Сараны ойоштороусы: район мәҙәниәт йорто. Конкурстың маҡсаты — музыкаль фольклорға иғтибарҙы йүнәлтеү, музыҡа ҡоралдары мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү, уларға ҡыҙыҡһыныу уятыу, шәхестә рухи-әхлаҡи сифаттарҙы тергеҙеү, тормошҡа ыңғай ҡараш тәрбиәләү, йәш һәләттәргә ярҙам күрһәтеү.
Сарала үҙешмәкәр һәм профессиональ башҡарыусылар (халҡыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусылар), ансамблдәр (2-8 кешенән торған) ҡатнаша. Сығыштар дүрт категориға бүленеп баһаланасаҡ: 7-нән 16 йәшкәсә, 17-нән 35 йәшкәсә,36 һәм унан өлкән йәштәгеләр, ҡатнаш коллектив. Шуны ла әйтергә кәрәк, ансамблдәргә фонограмма-аранжировка ҡулланыу рөхсәт ителмәй, ҡалған бәйгеселәргә мөмкин. Тапшырылған ғаризалар буйынса сығыш яһаусылар профессиональ, ярым профессиональ һәм үҙешмәкәр сәнғәт төркөмдәренә бүленә. Фестиваль ситтән тороп, видеояҙмалар ярҙамында барасаҡ. Ҡатнашырға теләк белдергәндәр видеоматериалдарын 27 авгусҡа тиклем ебәрә ала.
Бәйге тураһында тулы мәғлүмәтте 8(34774)2-17-37 телефоны йәки [email protected] электрон почтаһы аша белешергә мөмкин.
Ойоштороу комитеты.
Читайте нас: