Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2020, 13:07

Владимир Путин "ДОМ.РФ" эшмəкəрлеге хаҡында отчет тыңланы

Рəсəй Президенты кисə Кремлдə "ДОМ.РФ" етəксеһе Виталий Мутко менəн осрашты

Ярты йыл ғына эшлəгəн торлаҡ тармағына бəйле был үҫеш институты халыҡҡа нисегерəк файҙа килтерə? «ДОМ.РФ» акционер йəмғиəтенең генераль директоры Виталий Мутко Владимир Путинға торлаҡ төҙөлөшө һəм ипотека кредитына булышлыҡ итеү саралары, килəсəккə пландар хаҡында һөйлəне. "ДОМ.РФ"-тың төп бурысы - дəүлəттең торлаҡ сəйəсəтен ғəмəлгə ашырыуға ярҙам итеү. Был - торлаҡ төҙөлөшө, ипотека, ер участкалары мəсьəлəлəре. Үҫеш институты үҙе оператор булараҡ та сығыш яһай. Йəғни ойоштора, контроллəй. Льготалы ипотека биреү күлəмен арттырыу тураһында ла һүҙ барҙы. Процент ставкалары, моғайын, йылдан-йыл кəмей барыр. Сөнки етəкселек халыҡтың хəлен аңлаған кеүек. Торлаҡ төҙөлөшөндə өлөшсө булып күпме кеше алданды. Хəҙер төҙөлөштө алып барыусылар күҙəтеү аҫтында тиерлек, эскроу-иҫəп тигəн яңы алым асылды. Эш дауам итə. Күҙ һалһаң, тирə-йүндə төҙөлөш ғəлəмəт шəп темптарҙа барған һымаҡ. Əммə кеше күбеһенсə үҙ иҫəбенə төҙөй.
Фото: Кремлин.ру
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: