Инйәр
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Август 2020, 17:25

Балалы ғаиләләр Владимир Путиндан йәнә 10 мең һум һорай

Коронавирус пандемияһы арҡаһында балалы ғаиләләргә ярҙам итеү маҡсаты менән Ил Президенты Владимир Путин 16 йәшкә тиклемге балаларға унар мең һум аҡса түләргә ҡушҡайны.

Был түләүҙе ғаиләләр июнь һәм июль айҙарында алды.
Хәҙер Рәсәй халҡы был 10 мең һум аҡсаны августа ла түләүҙе һорай. Интернетта был турала петиция бар, әле уға 216 меңдән ашыу кеше ҡул ҡуйған.
Петицияның авторы Наталья Бусарова илдең барлыҡ ата-әсәһе исеменән властарға мөрәжәғәт итә һәм уҡыу йылы башланыр алдынан был матди ярҙам бик кәрәкле һәм урынлы булыр ине, ти.
“Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, предприятиелар яйлап эшкә ҡайта башлаһа ла, әлегә тиклем илдә социаль-иҡтисади хәл яҡшырманы. Күптәр һаман аҡсаһыҙ ултыра һәм хәүеф менән яңы уҡыу йылы башланғанын көтә. 1 сентябрь –бик ҙур сығымдар талап итә. Канцелярия ғына түгел, кейем, аяҡ кейеме, спорт формаһы, рюкзак та кәрәк. Ғәҙәттә баланы мәктәпкә йыйыу 20 мең һумға тиклем барып баҫа. Һәм бөгөндән күптәр кредиттарға инергә тура килер тип ҡурҡа. Ошондай хәлдә балалы ғаиләләргә матди ярҙам бик урынлы булыр ине. Шуға күрә беҙ, Рәсәй әсәләре Президент Владимир Путиндан өсөнсө тапҡыр ярҙам итеп, августа ла пособие биреүҙе һорайбыҙ. Беҙҙе ишетерҙәр тип ышанабыҙ һәм балаларыбыҙ ҡыуаныс һәм теләк менән мәктәпкә барыр”! – тиелә петицияла.
Фото: ptoday.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: