Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июль 2020, 13:25

Нацпроект. Былтырғы кимәлде уҙғандар

Быйыл республиканың аграр сәнәғәт комплексы 91 миллион долларлыҡ продукцияны экспортҡа сығарған.#нацпроект

Быйыл республиканың аграр сәнәғәт комплексы 91 миллион долларлыҡ продукцияны экспортҡа сығарған.

Был – 22 июлгә ҡарата алынған мәғлүмәттәр. Улар республиканың үткән йыл ауыл сәнәғәте комплексы продукцияһын экспортлау графигынан күпкә алдараҡ барыуын күрһәтә. Экспорт әкренләп эшкәртелгән аҙыҡ-түлек яғына ла “борола” башлаған. Ғәҙәттәгесә, был күләмдең яртыһы тиерлек май аҙыҡ-түлектәренә тура килә. Шулай уҡ шәкәр һәм башҡа продукция ла күпләп сит илдәргә сығарыла.

Әйткәндәй, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының “Аграр сәнәғәте комплексы” федераль проекты буйынса республиканың аграр сәнәғәт комплексы продукцияһын экспортҡа сығарыу күрһәткесе 230 миллион долларға тиклем етергә тейеш. Ә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгәйне.

Читайте нас: