Инйәр
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июль 2020, 13:00

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты. Һәр кем файҙаһына

Үткән йылда проектта 39 медицина ойошмаһы ҡатнашты. Ә быйыл уларҙың һаны 59-ға етте. Былтырғы эш йомғаҡтары буйынса, поликлиникаларҙың бөтәһе лә яңы модель үҫешенең нигеҙ кимәленә өлгәшә алды. Ул 22 мотлаҡ критерийҙың һигеҙ әһәмиәтле маҡсатын үҙ эсенә ала.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, былтырҙан республикала тәүге медик-санитар ярҙам күрһәтеүсе медицина ойошмаһы моделе – “Һаҡсыл поликлиника” эшләй башланы.

Үткән йылда проектта 39 медицина ойошмаһы ҡатнашты. Ә быйыл уларҙың һаны 59-ға етте. Былтырғы эш йомғаҡтары буйынса, поликлиникаларҙың бөтәһе лә яңы модель үҫешенең нигеҙ кимәленә өлгәшә алды. Ул 22 мотлаҡ критерийҙың һигеҙ әһәмиәтле маҡсатын үҙ эсенә ала.

Шуларҙың араһынан үҫештең прогрессив кимәленә етешкән иң алдынғы учреждениеларҙы күрһәтеп үтәйек: Өфө ҡалаһының 46-сы һәм 4-се балалар поликлиникалары, Яңауыл үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы, Октябрьский ҡалаһының 1-се дауаханаһы поликлиникаһы.

Квалификация күтәреү үҙәгендә һаҡсыл етештереү инструменттарын ҡулланыуҙы өйрәнеү буйынса инновация майҙаны асылған. "Һаҡсыл поликлиника" амбулатор звеноһында эш тәьҫирлеген күтәреү һәм медицина ярҙамынан һәр кемдең файҙалана алыуы өсөн процестарҙы яраҡлаштырыу, юғалтыуҙарҙы асыҡлау һәм кәметеү өҫтөндә эшләй.

Читайте нас: