Инйәр
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Июль 2020, 12:10

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты. Биш күп функциялы универсаль операция өҫтәле

Республика клиник онкология диспансерына биш күп функциялы универсаль операция өҫтәле килтерелде.#нацпроект

Республика клиник онкология диспансерына биш күп функциялы универсаль операция өҫтәле килтерелде. Барыһы ла үҙебеҙҙең илдә етештерелгән, ҡорамалдар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы алынған.

Был яңы ҡорамалдар сирлеләрҙе хирургия юлы менән дауалауҙа ышаныслы ярҙамсы буласаҡ. Төп үҙенсәлеге – модулле ятыу урыны, ул кеше кәүҙәһенең анатомияһына яраштырып эшләнгән, шуға күрә операция яһағанда еңеллек тыуҙырасаҡ. Ғөмүмән, конструкция пациент өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ, медицина хеҙмәткәрҙәренә лә ул эш шарттарын яҡшыртасаҡ, тип аңлаттылар Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Читайте нас: