“Таҙа Өфө” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы “Йылдың йәшел проекты” ил премияһына дәғүә итә.
Өфө йәмәғәтселәренең беренсе проекты “Ҡояшлы аллея” тип атала. Ул урмандарҙы һаҡлауға, республиканы йәшелләндереүгә йүнәлтелгән. Бынан тыш, даун һәм аутизм синдромдары булған балаларҙы социалләштереү – уларҙы иҙге, ижтимағи эшкә йәлеп итеү – менән дә шөғөлләнәләр. 2015 йылда ошондай балалар Өфөләге “Нур” дәүләт татар театры эргәһендә зәңгәр шыршыларҙан, кедҙарҙан һәм ҡарағайҙарҙан аллея төҙөүгә нигеҙ һалғайны. Әйткәндәй, был проектты тормошҡа ашырыу осоронда барлығы 500-ҙән ашыу Себер кедры, ҡарағай һәм ҡарағас ултыртылған.
Шуныһы үҙенсәлекле: ағас ултыртыу менән бер рәттән, эргә-тирәләге биләмәләр ҙә сүп-сарҙан таҙартыла. Акцияны ойоштороусылар ошондай ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы берләштергән сараларҙың изге йолаға әүерелеүен теләй. Был осраҡта балалар башҡалар менән аралашыр һәм йәмәғәтселеккә кәрәклеген тойор ине.
Макулатураны йыйыу буйынса “Сүп-сарҙы балалар бәхетенә әйләндерәбеҙ” тигән икенсе акция республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ошо эш һөҙөмтәһендә килгән аҡса балалар церебраль фалижы менән сирләгән бәләкәстәрҙе дауалауға йүнәлтелә.
“Таҙа Өфө” йәмғиәте етәксеһе Елена Воробьеваның һүҙҙәренә ҡарағанда, барыһы ла бәләкәй генә эштәрҙән башланған. Сәләмәт тормош алып барған, баш ҡалалағы Ҡариҙел йылғаһы буйында иртән йүгерергә яратҡан ҡатын юл ыңғайы сүп-сарҙы ла йыя барған. Ваҡыт үтә барған һайын ул тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш өсөн тағы ла ҙурыраҡ эштәр атҡарып булыуын аңлаған. Ошо сәбәпле, “Таҙа Өфө” ойошмаһы барлыҡҡа килгән дә.
- “Таҙа Өфө” йәмғиәте вәкилдәре экологик шәмбеләр үткәреү, йәшелләндереү, ошо эшкә башҡаларҙы ла йәлеп итеү менән шөғөлләнә. “Бындай эштәрҙе ойоштороу республика халҡының тормошон, уның экологик мәҙәниәтен күтәреүгә аяҡшыртыуға булышлыҡ итә, өҫтәүенә “Экология” милли проекты маҡсаттарына тура килә, – ти Елена Воробьева.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Экология” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгәйне.