Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июль 2020, 12:22

Милли проект. Яңы ижади үрҙәр өсөн

Ә был ҡорамалдарҙы алыу ил Президентының май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында мөмкин булды. ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Өфөләге Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбенә яңы ҡорамалдар яңы “Kawai” рояле һәм пианиноһы – килтерелде.

Әйткәндәй, быйыл белем биреү ойошмаһына музыка ҡоралдары беренсе тапҡыр ғына килтерелмәй. 350-нән ашыу бала шөғөлләнгән мәктәпте скрипкалар, баяндар, аккордеондар, башҡорт милли музыка ҡоралдары һәм уҡыу-мәғлүмәт әсбаптары менән тәьмин иткәндәр ине.

Бында белем алғандар араһында республика ғына түгел, ил һәм халыҡ-ара конкурстарында ла лауреат булғандар бар. Мәктәптең матди йәһәттән яңыртылыуы уҡыусыларға ижадта яңы ҡаҙаныштарға өлгәшергә ярҙам итәсәк. Ә был ҡорамалдарҙы алыу ил Президентының май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында мөмкин булды.

Читайте нас: