Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Июль 2020, 12:58

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты

Баш ҡалалағы Бессонов урамының бер участкаһын өс аҙнаға ябасаҡтар.Национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Баш ҡалалағы Бессонов урамының бер участкаһын өс аҙнаға ябасаҡтар.

Өфө ҡала хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, был баш ҡаланың Комсомол урамын үҙгәртеп ҡороу менән бәйле. Шулай итеп, 3 июлдән 24 июлгә тиклем Бессонов урамындағы 2-се йорттан алып Завод урамы менән киҫелешенә тиклем участкалағы дүрт юл һыҙатын ябасаҡтар.

Баш ҡала мэрияһында был ваҡытһыҙ уңайһыҙлыҡтарҙы аңлап ҡабул итеүҙе һорайҙар һәм шуға автомобилселәргә маршрутты алдан һайларға тәҡдим итәләр.

Өфөләге Комсомол урамының Һәҙиә Дәүләтшина бульварынан Урман техникумына тиклемге өлөшөндә – барлығы 3,84 километр юлда – ремонт эштәре атҡарыла. Әйткәндәй, был үҙгәртеп ҡороуҙар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә бара.

Читайте нас: