Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июль 2020, 13:00

Хөрмәтле район ҡулланыусылар кооперацияһы эшселәре, пайсылары һәм ветерандары!

Һөнәри байрамығыҙ — Халыҡ –ара кооперативтар көнө уңайынан ихлас ҡотлауҙарыбыҙҙы ҡабул итегеҙ!

Был бик үҙенсәлекле байрам! Ул хеҙмәт, изгелек һәм ҡасандыр кооператив ҡиммәттәрен үҙ иткән, ғүмере буйы уға тоғролоҡ һаҡлаған һәр кемдең күңел йылыһы менән тулыландырылған. Хәстәрлек, иғтибарлыҡ, ярҙамға мохтаждарға ярҙам итеү теләге — үҙ эшенә һәм иленә тоғро ысын кооператорҙарҙың төп сифаты.
Һеҙҙең коллектив хеҙмәткәрҙәренең юғары һөнәри кимәле, ауыл ерендә сауҙа эшенең бөтә нескәлектәрен белеүегеҙ, үҙ продукцияғыҙҙы етештереүегеҙ, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүегеҙ, яңы технологиялар һәм халыҡты хеҙмәтләндереү өлкәһендә даими эҙләнеүегеҙ кооперация системаһына лайыҡлы рәүештә ихтирам, танылыу һәм хөрмәт килтерҙе. Ҡулланыусылар кооператицияһы эшмәкәрлеге ауылда йәшәүселәрҙе аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүгә һәм башҡа хеҙмәттәр күрһәтеүгә, эш урындары булдырыуға, продукцияларҙы етештереүгә һәм сауҙаға сығарыуға йүнәлтелгән. Ҡулланыусылар йәмғиәте белгестәре хәҙерге еңел булмаған осорҙа бай тарихлы системаһын, урындағы йолаларын, тәжрибәһен һаҡлап ҡалырға өлгәште.
Еңел булмаған, әммә кешеләр өсөн бик кәрәкле хеҙмәтегеҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Бөтә башланғыстарығыҙҙа уңыштар юлдаш булһын, иртәгәге көнөгөҙгә ышаныс һәм тотороҡлоҡ, ныҡлы сәләмәтлек һәм бәхет теләйбеҙ.
Рәүф Рәхмәтуллин,
муниципаль район Советы рәйесе.
Илшат Әминев,
муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: