Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июль 2020, 12:52

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты

Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Максим Егоров баш ҡалабыҙҙағы ихаталарҙың үҙгәртеп ҡоролоуы менән танышты

Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Максим Егоров баш ҡалабыҙҙағы ихаталарҙың үҙгәртеп ҡоролоуы менән танышты.

Бөгөн Өфөлә үткәрелгән Халыҡ-ара урбанистика форумы сиктәрендә Максим Егоров баш ҡаланың Киров районындағы ихаталарҙы үҙгәртеп ҡороу барышы менән танышты. Ул Ленин урамындағы 102-се һәм Коммунистик урамындағы 71-се йорттарҙың ихата биләмәләрен ҡараны. Максим Егоровты Башҡортостандың вице-премьеры – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев оҙатып йөрөнө.

Былтыр Ленин урамындағы ихата “Башҡорт ихаталары” республика ихата биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса комплекслы программа сиктәрендә төҙөкләндерелгәйне. Ә был программа ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендәге “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә барлыҡҡа килгәйне.

Ошо проект сиктәрендә тротуарҙар, йәйәүлеләр өсөн 4,5 мең квадрат метрҙан ашыу майҙандағы һуҡмаҡтарға асфальт түшәлгән. Бынан тыш, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары ҡуйылған. Яҡтыртыу системаһы ипкә килтерелгән һәм 13 яҡтыртҡыс һәм ете видеокүҙәтеү камераһы барлыҡҡа килгән.

Быйыл иһә баш ҡаланың Коммунистик урамындағы 71-се йорт программа сиктәрендә төҙөкләндерелә. Ихата майҙаны ун мең квадрат метр тәшкил итә. Әлегә планлаштырылған барлыҡ эштәрҙең 20 проценты атҡарылған. Камералар иһә “Хәүефһеҙ ҡала” системаһына тоташтырыласаҡ. Шулай итеп, августа бында яңы эскәмйәләр һәм сүп-сар һауыттары барлыҡҡа киләсәк.

Максим Егоров менән Борис Беляев Миҙхәт Шакиров исемендәге скверҙы ла ҡараны. Бындағы төҙөкләндереү майҙаны 2300 квадрат метр тәшкил итә. Әле бордюрҙар ҡуйылған, ҡоймалар эшләнә. Ә барлыҡ эштәр июлдә тамамланыр тип көтөлә.

– Рәсәй Федерацияһының барлыҡ төбәктәренә лә Башҡортостан тәжрибәһен файҙаланырға кәңәш итәм. Был – биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә комплекслы ҡараш. Бында бер-бер артлы эш бара: ҡыйыҡтар, фасадтар, юлдар һәм тротуарҙар ипкә килтерелә, балалар өсөн майҙансыҡтар ҡуйыла. Туҡталҡаларға ла айырым ҡараш барлыҡҡа килгән. Бар осрашыуҙарҙа ла, сараларҙа ла Башҡортостан тәжрибәһен алдынғы тип тәҡдим итергә әҙермен, – тип белдерҙе Максим Егоров.

Читайте нас: