Инйәр
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июнь 2020, 11:37

Ярты быуаттан ашыу ваҡыт үткәс

Баш ҡалала 50 йылдан ашыу капиталь ремонт күрмәгән “Нефтсе” бассейны файҙаланыуға тапшырылған.

Баш ҡалала 50 йылдан ашыу капиталь ремонт күрмәгән “Нефтсе” бассейны файҙаланыуға тапшырылған.

Быға тиклем бинала, 1967 йылда төҙөлгәндән алып, бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт эштәре атҡарылмаған. Бассейн 70 процентҡа иҫкергән.

Хәҙер ул өр-яңы спорт комплексы буласаҡ. Әйткәндәй, барлыҡ эштәр майҙа уҡ тамамланған. Төрлө хеҙмәттәр тикшергәндән һуң, бассейн ошо көндәрҙә файҙаланыуға тапшырылған. Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы дәүләт заказсыһы булһа, генераль подрядсы – “Яңы Урал компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.

Дөйөм майҙаны биш мең квадрат метрҙан ашыу булған 50 метр оҙонлоҡтағы бассейндың тәрәнлеге – бер ярымдан биш метрға тиклем. Спорт объекты замансалаштырылған, залдарҙа ҡорамалдар урынлаштырылған, һыуға һикереү өсөн вышкалар һаҡлап ҡалынған.

Республикала бассейндарҙың төҙөлөүе йәки яңыртылыуы ил Президенты Владимир Путиндың “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты сиктәрендә мөмкин булды.

Читайте нас: